Егеттәрҙең ғүмере йыш ҡына хәрби машиналарҙың төҙөклөгөнә бәйле. Уны тәьмин итеүҙе хәрбиҙәрҙе оҙатып барыусы ремонт ротаһы күрһәтә. Шайморатовсыларҙың урынлашыу урынын БЮТ ижади төркөмө күрҙе. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Камикадзе, йәки фпв-дрон менән «осрашыуҙың» эҙен хәрби машинаның броняһында күрергә мөмкин. Экипаж иҫән, улар үҙ бурысын үтәүен дауам итә. БМП-2 - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон бронегруппаһының төп хәрби машинаһы. Яугирҙарҙың алғы һыҙыҡта ниндәй шарттарҙа эшләргә тура килеүе тураһында ошо «йәрәхәттәрҙән» сығып фекер йөрөтөргә була. Үҙенең хәрби машинаһында «Татарин» ҡушаматлы водитель-механик Донбасс ерҙәре буйлап тиҫтәләрсә мең саҡрым үткән. Ҡатмарлы алыштарҙа ҡатнаша, полкташтарын яҡлай. Сираттағы заданиеға сығыр алдынан шәхсән үҙе БМП-ны тулыһынса ҡарап сыға.
Һәр алыштан һуң яугирҙар кире ҡайтһын һәм яуҙа машиналар уларҙы һынатмаһын өсөн механиктар барыһын да тикшереп ремонтларға тырыша.
Ҡатмарлы ремонт ҡораллы машиналарҙы базаға эвакуациялағандан һуң яһала. Әммә, механиктар әйтеүенсә, ҡайһы бер осраҡта шайморатовсылар үҙ оҫталығы менән дә төҙәтеп-йүнәтеп ҡуя. Был йәһәттән тыуған яҡтан гуманитар ярҙам менән килгән запас частар, ҡоролмалар ярҙамға килә.
Украинаның ҡораллы формированиеларына көнбайыш илдәре ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙең яҡташтар яланда үҙе генә лә яугир була алыуын иҫбатлай. Был кадрҙарҙа башҡорт подразделениеһының хәрби хеҙмәткәре дрон-камикадзены автоматтан атып, бәреп төшөрөргә маташа, уға табан осоп килгән снарядтан һуңғы мәлдә генә ситкә тайпылып өлгөрә. Шартлауҙан һуң һелкенеп, артабан атлай. Ә беҙҙең яугирҙы күҙәткән Рәсәй пилотһыҙ осоу аппараты операторы һалдаттың батырлығына хайран ҡалып, үҙ хистәрен тыя алмайынса һоҡланыуын белдерә.
Әлфинә Килдейәрова