Өфөнөң Киров районында йорт идарасылары форумы үтте

Унда ҡала хакимиәте, торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре, депутаттар һәм активистар ҡатнашты. Форумда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ: дөйөм йорт ҡулланылышындағы мөлкәт өсөн түләүҙәр, йылытыу, сүп сығарыу һәм ихатаны ҡарҙан таҙартыу мәсьәләләре тикшерелде. Бынан тыш, тармаҡта ҡануниәтте камиллаштырыу, быйылға төҙөкләндереү кек һорауҙар ҙа ҡаралды.

Былтыр ремонт үткәреп, «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә беҙҙә бер-нисә балалар уйын майҙансығы ҡоролдо, ихатаға тулыһынса асфальт түшәлде. Иҫке элементтар, ҡороған ағастарҙы алғас, ишек алдыбыҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.

Лилиә Голышева, Пушкин урамы, 45-се йорт комитеты рәйесе