Бөгөн Өфөлә башҡорт оҙон ғүмерлеге программаһы сиктәрендә «Йондоҙ менән күнекмә» үтте

65 йәштән өлкәндәргә иртәнге физик күнекмәне Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, бразилия джиу-джитсуһы буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон уҙғарҙы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйылыусыларҙың иң олоһона 87 йәш ине.

Монсон профессиональ ҡатнаш көрәш төрҙәре спортсыһы булараҡ уларға үҙенсәлекле алымдар күрһәтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, киләсәктә акцияға башҡа район вәкилдәре лә ҡушылыр тип күҙаллана. Сара һәр шаршамбы иртәнге 10-да башлана, инеү бушлай. Акцияла тренер булараҡ Башҡортостандың иң күренекле кешеләре сығыш яһай. Быға тиклем Аделина Заһиҙуллина булһа, икенсе аҙнала күнекмәне Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин үткәрәсәк, сиратта - Рима Баталова.

Оло йәштәгеләр менән күнекмә эшләүемә шатмын, уларҙың дәртен күреп үҙемдең дә кәйефем күтәрелде.

Джефф Монсон, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Депутаты