Рәсәй президентын һайлауҙа видеокүҙәтеү илдең бөтә төбәктәрендә ойошторола

Был турала Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаев белдерҙе. Рәсәйҙә президент 6 йылға һайлана. Кандидаттар өсөн өс көн эсендә тауыш бирергә мөмкин. Һайлау 15, 16 һәм 17 мартта үтә. Башҡортостанда  3 меңдән ашыу һайлау  участкаһы булдырылған.