Республикала көн һайын янғын хәүефһеҙлеге буйынса профилактик рейдтар үтә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ғинуарҙа 300-ҙән ашыу янғын теркәлгән. Утта 26 кешенең ғүмере ҡыйылған. Ведомство хеҙмәткәрҙәре халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара, иҫкәрмә ҡағыҙҙары тарата. Белгестәр шулай уҡ йорт һәм фатирҙарға ҡуйылған мини-сиреналарҙы тикшерә. “Өйҙә һәм бинала тәмәке тартмағыҙ. Электр приборҙарының төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ. Өйҙән сыҡҡанда уларҙы һүндерегеҙ. Үҙ аллы яһалған электр йылытҡыстарҙы ҡулланмағыҙ”, - тип кәңәш итә ҡотҡарыусылар.