14 февралдә Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тыуыуына 115 йыл тула

Ошо уңайҙан Республика милли музейында батырға арналған күргәҙмә асыла. Унда генералдың хәрби юлы һәм тормошо менән танышырға була. Шулай уҡ фотоһүрәттәр, документтар һәм наградалартәҡдим ителә. Геройҙың тыуған яғы – Әбйәлил районында Таһир Күсимов музейы эшләй, бюст асылған. Өфөлә Еңеү паркында һәйкәл ҡуйылған. “Аҡбуҙат” ипподромы уның исемен йөрөтә. Таһир Күсимов исемендәге батальон махсус хәрби операцияла ҡатнаша.