Өфөлә Рәсәй студенттары көнө билдәләнде

Бөгөн - Студенттар көнө. Илдә бер нисә быуат элек барлыҡҡа килгән байрам күләмле тамашалар, күңелле саралар менән билдәләнә. Республикала 100 меңдән ашыу студент иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе өсөн бөгөн уҡытыусылары, уҡыу йорттары етәкселәре һәм республика башлығынан ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Баш ҡала юғары белем усаҡтары студенттары өсөн дә саралар ойошторолдо. Йәштәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.

Киләсәк бында башлана. Өфө фән һәм технологиялар университеты ошо девиз аҫтында эшләй. Шик юҡ: киләсәк яҙмышы ошо йәштәр ҡулында. Дәртле, аҡыллы, заманса фекер йөрөткән һәм, иң мөһиме, илһөйәр.

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары байрамды саф һауала йыр-бейеүҙәргә тамаша ҡылып үткәрҙе. Сессия уңышлы тапшырылған. Эш бөткәс, уйнарға ярай. Майҙанға йыйылыусылар хоккей, лабиринт һәм башҡа уйындарҙа көс һынашты. Иң һәләтлеләргә университет ректорының исемле стипендияһы тапшырылды.

Ә Башҡорт дәүләт нефть техник университетындағы сарала студенттар ғына түгел, уҡыусылар ҙа күңел асты. Республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары юғары уҡыу йортоноң предуниверсарий программаһында ҡатнаша. Проект һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларға һөнәри йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Буласаҡ студенттар араһында нефть университетына уҡырға инергә теләүселәр ҙа бар.

Уҡыусылар файҙалы кәсепкә - бисерҙан браслет эшләргә өйрәнде. Студенттар менән берҙәм командала төрлө уйындарҙа ҡатнашты, белемен һынаны. Бер нисә ай элек кенә үҙҙәре уҡыусы булған 1-се курс студенттары менән аралашты. Һуңғылары өсөн Студент көнө айырыуса тулҡынландырғыс, сөнки беренсе.

Рәзилә Ғиниәтуллина