Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанда урындағы предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышты

Хеҙмәттәшлек нығый. Ҡаҙағстанға бизнес-миссия сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы урындағы сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Берҙәм проекттар алып барыу, инвестициялар йәлеп итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барылды. Уңышлы тәжрибәләрҙе Башҡортостанға күсереү бурысы ҡуйылған. Астананан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡаҙағстанда махсус иҡтисади зоналарҙы үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. «Астана - яңы ҡала» тип исемләнгән биләмәне генә алайыҡ, ул 2002 йылда булдырылған. Ете мең ярым гектар майҙан үҙенә күрә сәнәғәт инкубаторы булараҡ хеҙмәт итә, дәүләт ярҙамы менән бында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы заводтар һәм тотош тармаҡтар барлыҡҡа килә.

«Ҡаҙағстан-Башҡортостан» форумында ҡатнашҡан рәсми делегация резидент булараҡ асылған алдынғы предприятиеларҙың эш тәжрибәһе менән танышты. Сәфәр теген фабрикаһынан башланды. «ЮТАРИЯ» компанияһы менән яҡташтарыбыҙ идара итә. Өфөләге эш кейеме комбинатында ла, бында ла бер үк етәкселек. Ике республикала ла ҡеүәтле производство булыуы - Заказдарҙы теүәл үтәргә булышлыҡ итә.Ассортимент күп төрлө.

Делегация составында Башҡортостан Хөкүмәте етәкселеге менән бергә эшҡыуарҙар ҙа булды.Улардүрт предприятие эшмәкәрлеге менән танышып, компаниялар менән берҙәм проекттар тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен ҡараны. Әйтәйек, ҡаҙаҡ компанияларының береһе - заманса технологиялар заводыдизельдвигателдәр етештерә

Ҡаҙағстан «Арлан»дары менән дә дан тота. Бронялы тәгәрмәсле машина экстремаль һауа шарттарында эшләү ҡеүәтенә эйә. запас частары 80 проценты Ошо ерлектә етештерелә. Импортты алмаш ырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.

Башҡорт делегацияһы был майҙанда етештерелгән ҡеүәтле техника менән танышып, предприятие үҫеше, тарихы тураһында мәғлүмәт алды. Ғөмүмән, Ҡаҙағстан менән сәнәғәт, машиналар төҙөлөшө өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүгә пландар ҙур. Әйтәйек, Кустанайҙа Урал пружиналар заводы тарафынан производство майҙансығы төҙөлә башланы. Инвестициялар күләме - 5 миллион долларҙан ашыу

Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанда уңышлы эшләгән «Родина» ауыл хужалығы предприятиеһы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Компания кадрҙар менән эште яйға һалған, инвестициялар, тәү сиратта, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелә

Республикалар араһында тауар әйләнеше 200 мең тонна тәшкил итә, әммә аграр секторҙа үҫеш мөмкинлектәре киң. Яҡтар игенселек, ҡошсолоҡ, һөтсөлөк тармаҡтарын берҙәм үҫтерергә килештк

Гөлназ Хәйбуллина