Хәрби заданиелар араһында Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙары үҙ оҫталығын полигонда камиллаштыра. Реаль штурмға мөмкин тиклем яҡын шарттар булдырылған. Бындай дәрестәр ваҡытында ирекмәндәр, теләһә ниндәй һауа торошонда һәм тәүлек эсендә бойороҡто үтәү өсөн, үҙ ғәмәлдәрен автоматлаштыра. Тренировкалар барышын БЮТ ижади ижади төркөмө күҙәтте.
Штурмлау төркөмөнә дошмандың терәк пунктын баҫып алыу бурысы бирелә. Бер-бер артлы Доставаловсылар алға ынтыла. Пехотаға бронемашиналар ярҙам күрһәтә.
Яугирҙар өсөн тактика таныш. Һәр кем билдәле бер ваҡытта ҡайҙа булырға тейешлеген һәм хеҙмәттәштәре унан нимә көткәнен яҡшы аңлай. Башҡа башҡорт батальондары менән бер рәттән, Доставаловсылар ҙа ҡаршылыҡ һыҙығы буйлап ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.
Һәр ир-егет, универсал һалдат. Ул автомат, гранатомет менән дә эш итә белә. Яуҙаштарын да страховкалай ала.
Һәр кем яҡшы аңлай, ниндәй генә хәл булмаһын бер-береһен бер кем дә ҡалдырмаясаҡ. Бындай ышаныс Доставаловсыларға көс өҫтәй. Илебеҙҙе яҡлаусылар улар тураһында онотмаусы республикаға сәләмдәрен еткерә.
Әлфинә Килдейәрова