Өфөлә теркәлгән янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән

Кисә кис янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән. Фажиғә баш ҡалалағы Ферин урамындағы ағас йорттарҙың береһендә теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 30 квадрат метр майҙанға таралған утты һүндергән. Үкенескә ҡаршы, емереклектәр араһынан 1951 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Уттың тәмәке тартҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү арҡаһында сығыу ихтималлығы тикшерелә.

Бөгөн иртән Илеш районы Шәммәт ауылында ла бүрәнә йорт янып, 64 йәшлек ир һәләк булған. Ике янғындың да сәбәптәре асыҡлана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре төнгә телефон зарядкаларын розетканан алырға, түшәктә тартмаҫҡа кәңәш итә. Янғын сыҡҡан осраҡта, 101 йәки 112 телефон һандары буйынса шылтыратырға кәрәк.