Халыҡ-ара мәғариф көнөндә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы мәғарифы аҙнаһы башланды

Ул Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмә-форумында үтә. Ҡунаҡтар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, лаборатор тикшереүҙәр уҙғара, марсоходҡа идара итеп ҡарай ала. «Бөгөн авиамоделист - иртәгә космонавт!» һәм «Голдберг машинаһы» асыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар нейроселтәр ярҙамында үҙҙәренең аватарын булдыра. Квест форматында үткән «Завод - был шәп!» тигән сарала машиналар эшләү заводында яңы технологик операциялар күрһәтелә, симуляторҙар ярҙамында күргәҙмәгә килеүселәргә үҙҙәрен иретеп-йәбештереүсе, лаборант, контролер һөнәрҙәрендә һынап ҡарау, «Профилум» һөнәри диагностикаһы үтеү мөмкинлеге тыуҙырыла. Тыуған тел көнөндә Шишмә районындағы «Патриот» паркына профилле сменаға путевка уйнатыла.