Ейәнсура районы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша

Ейәнсура районы халҡы республикала быйыл да тәүгеләрҙән булып урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ҡушылды. Һуңғы ун йылда райондың төрлө ауыл биләмәләрендә был программа буйынса күп эштәр башҡарылған. Ауыл биләмәләрен төҙөкләндерелгән, төрлө төҙөлөш эштәре, халыҡ ихтыяждары өсөн ҡорамалдар һәм техник ҡулайламалар һатып алынған.

Ейәнсура районының Трушин ауылында мосолман зыяраты асыласаҡ. Быны халыҡ күптән көткән. Ауыл ерендә тик христиандар зыяраты ғына бар. Инициатив төркөм, ауыл халҡы, бағыУсылар урындағы башланғыстар программаһына ҡушылып, изге ниәтте атҡарырға ҡарар иткән.

Аҡдәүләт ауылында тырыш халыҡ йәшәй, йәштәр күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үҫтерә. Быйыл ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау прораммаһында ҡатнаша.

Программа сиктәрендә районда мәҙәниәт усаҡтары ремонтлана, юлдарға асфальт түшәлә, зыяраттар тәртипкә килтерелә. 2024 йылда программа сиктәрендә Ибрай ауылының мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү күҙаллана.

Ейәнсура районының Абҙан ауыл биләмәһенә ингән Ниязғол ауылында тырыш һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Программа ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған обелиск яңыртылған, ауыл күпере ремонтланған. Быйыл тағы халыҡ ауыл зыяратын кәртәләргә ниәтләй.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы республикала 2014 йылдан бирле эшләй. Был механизм республика бюджетының, муниципаль берәмектәрҙең финанс мөмкинлектәрен бағыУсылар көсө менән берләштерергә һәм социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Ошо осорҙа йыдар буйы йыйылып килгән мәсьәләләр хәл ителә, ауылдар төҙөкләндерелә, юлдар яҡшыра. Программаның 2024 йылғы еңеүселәре апрелдә билдәле була.

Лилиә Мәҡсүтова