Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханала Өфө «Нур» татар дәүләт театрының әҙәби-драма бүлеге мөхәррире Айгөл Юлъяҡшина «Яратам» китабының исем туйын үткәрҙе. Йыйынтыҡҡа замандашыбыҙҙың 15 йылдан ашыу ваҡытлы матбуғатта эшләгәндә ижад иткән шиғыр-хикәйәләре тупланған. Йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барған сарала авторҙың яҡындары, ижадташ дуҫтары ҡатнашты. Айгөл Юлъяҡшина беренсе китабын ата-әсәһенең яҡты иҫтәлегенә арнаған. Шуға ла ул «Яратам» исеме аҫтында нәшер ителгән. Киләсәктә автор тағы ла йөкмәткеле әҫәрҙәр ижад итеү маҡсаты менән яна.