Бөгөн - Рәсәй студенттары көнө. Ошо уңайҙан Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында «Сәләм, студент!» квест -уйыны ойошторолдо. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.
Квеста ҡатнашыусы командалар килеп тыуған төрлө ҡаршылыҡтарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үтәргә, һорауҙарға тапҡыр яуап бирергә тейеш ине. Уйын студенттарҙың белемен, сослоғон һынаны.
Белем усағында үткән сарала 12 команда ҡатнашты. Улар 10 төрлө уйын станциялары аша үтте. Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында студенттар өсөн һәр ваҡыт матур саралар уҙғарылып тора.
Студент саҡ - күңелле саҡ. Квест-уйын студенттарҙы ғәҙәттәге дәрестәрҙән арындырып, күңелле аралашыу, ял миннуттарын файҙалы үткәререүгә булышлыҡ итте. Сара Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филормония артистаренең сағыу концерт номеры менән тамамланды.
Альбина Байегетова