Өфөнөң Калинин районында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә 68 проект тормошҡа ашырылған. Быйыл конкурсҡа тағы ла 14 эш тәҡдим ителәсәк. Шул иҫәптән баш ҡаланың 320-се балалар баҡсаһы икенсегә ҡатнашырға ҡарар иткән.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, ата-әсәләр менән берлектә биләмәне заман шарттарына яраҡлаштырыу маҡсатын ҡуя. Былтыр мәҫәлән, республика программаһы сиктәрендә замок, паровоз, карап формаһындағы уйын майҙансыҡтары ҡоролған. Әйткәндәй, Өфө балалар баҡсалары араһында бындай матурлыҡ әле береһендә лә юҡ, тигән фекерҙә улар.