Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республиканың мәҙәниәт йүнәлешендәге уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашты. Кисәлә Әминә Ивней ҡыҙы үҙенең һөнәри үҫеш баҫҡыстары хаҡында һөйләне. Дәүләт һәм муниципаль өлкәлә тәжрибәһе һәм проекттар менән таныштырҙы. Махсус музыка һәм сәнғәт колледждарында, сәнғәт институтында белем алыусылар үҙҙәренең йыр-моңға һәләтен күрһәтте.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән йәнле аралашыу, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү барышында уҡыусы йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындарыған һорауҙарҙы бирҙе, эшлекле тәҡдимдәр индерҙе.