Башҡортостан Яҙыусылар Союзының 90 йыллығын билдәләү, Ҡаҙағстанда Башҡортостан әҙәбиәте көндәре, яҙыусыларға Башҡортостан башлығы грантын 10 миллион һумға арттырыу. Республика башлығы Радий Хәбировтың яҙыусылар менән осрашыуында һүҙ заман әҙәбиәте, көнүҙәк проблемалар, киләсәк бурыстар, үҫеш юлдары тураһында барҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Радий Хәбировҡа әҙәби ижадҡа иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм үҙҙәренең теләктәшлеген еткерҙе. Осрашыуҙың төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Быйыл 90 йыллығын билдәләгән Яҙыусылар союзы республиканың иң ҙур йәмәғәт ойошмаларының береһе, ул 300-гә яҡын төрлө быуын ижадсыһын берләштерә. Әҙип, сәсән һүҙе һәр заманда ла әйҙәүсе көскә эйә булған.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы яңы һулыш кисерә. Әҙәби премияларҙың күләме, нәшер ителгән, тәржемәләнгән китаптар һаны арта, ижади конкурстар ойошторола, халыҡ-ара кимәлдәге хеҙмәттәшлек нығытыла, «Китап» байрамы уҙғарыла. Башҡортостан Яҙыусылар союзы илдең иң ҡеүәтле өс ойошмаһына инә, ти идара рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
Әлбиттә проблемалар ҙа юҡ түгел. Шуларҙың береһе- әҙиптәрҙең халыҡ араһына һирәк сығыуы. Яҙыусылар фекеренсә, күп аңлашылмаусанлыҡтар аралашыу етешмәгәнлектән килеп сыға.
Радий Хәбиров яҙыусыларға ҡала-райондарға сығыу өсөн уңайлы автобус бүленсәге хаҡында белдерҙе. Төбәк-ара ғына түгел, халыҡ-ара бәйләнештәр ҙә нығына, үткән йылда Белоруссияла Башҡортостан әҙәбиәте көндәре ойошторолһа, быйыл ошондай уҡ сараны Ҡаҙағстанда уҙғарыу планлаштырыла. Республикала дәүләт сәйәсәтендә генә түгел, һәр төрлө эшмәкәрлек нигеҙендә лә милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек ята, ти әҙиптәр.
Әле илебеҙ махсус хәрби операция шарттарында, ҡатмарлы осорҙа йәшәй. Яҙыусылар Радий Хәбировҡа әҙәбиәткә, яҙыусыларға ихлас ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен һәм теләктәшлеген белдерҙе. Яҙыусыларға Башҡортостан башлығы гранттары ла 10 миллион һумға еткерелә. Был патриотик әҫәрҙәргә ихтыяж менән бәйле.
Тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ матди-техник база менән бәйле. Яҙыусылар союзы бинаһын һәм Пушкин урамындағы Әҙиптәр йортон төҙөкләндереү көтә. Дәүләт яғынан иғтибар, уңайлы шарттар һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ. Улар яңы әҫәрҙәр нәшер ителеүгә этәргес бирер, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең яңы быуынын үҫтерер, киләсәк быуынға бай әҙәби мираҫ ҡалдырыр.
Рәмзиә Кәримова