Башҡортостандың IT-компаниялары йыл һайын йөҙҙәрсә миллион һумлыҡ грант ота

Башҡортостандың IT-компаниялары «Һанлы технологиялар» проекты сиктәрендә йыл һайын йөҙҙәрсә миллион һумлыҡ грант ота. Аҡсалата ярҙам һанлы технология өлкәһендә эшләүсе ойошмаларҙы дәртләндереү, уларҙың идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлтелә. Былтыр республиканың өс IT-проекты федераль һөм төбәк бюджетынан 135 миллион һумлыҡ грант отто. Еңеүселәрҙең икеһе менән БЮТ ижади төркөм осрашты. IT-проекттарҙы тормошҡа ашырыу нисек бара? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Өфөлә ултырып Мәскәүҙәге Внуков аэропортында сәйәхәт итеү. Ул ғына ла түгел, «СИТНебо» программа-аппарат комплексы башҡа һанлы симуляторҙар кеүек күсереп төшөрөлмәгән, ә тулыһынса яңынан эшләнгән. Шуға күрә, уның ысынбарлыҡҡа тап килеүенә шик юҡ. Әле программа тулыһынса тиерлек әҙер

90 процент тирәһе әҙер. Ваҡ эштәр ҡалды, ҙур булмаған етешһеҙлектәрҙе ошо арала эшләп ҡуясаҡбыҙ. Тиҙлекте һәм ҡайһы бер боролоштарҙы яйға һалырға кәрәк.

Альберт Сираев, әйҙәүсе программист

Башҡортостандың IT-белгестәре төрлө объекттарҙа виртуаль сәйәхәт ҡылыу өсөн программалар яҙа. Аэропорттан тыш, Эрмитажды ла һанлы киңлеккә күсерә. Виртуаль ысынбарлыҡ тармағында эшләүсе «Скайс» ойошмаһы былтыр дәүләттән грант ярҙамы алған. Был сумма IT өлкәлә нығынып китер өсөн яҡшы булды, тип белдерә компания етәксеһе. Сөнки күпселек проекттар бер йыл тирәһе генә эшләп ярҙам алмағас, ябылырға мәжбүр була.

IT өлкә беҙҙең тормошҡа йылдан-йыл нығыраҡ инә. Шуға күрә был йүнәлешкә ярҙам итергә, уны үҫтерергә кәрәк. Был йәһәттән үҫеш һәм интеграциялау өсөн дәүләтебеҙҙең сәйәсәте иң яҡшыһы тип уйлайбыҙ.

Данис Смаков, «Скайс» ойошмаһының генераль директоры

Был асыш иһә пилотһыҙ һауа суднолары менән идара итеүҙе камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Бындай тәүге симулятор донъяла өсәү генә. Проектты Башҡортостан белгестәре Мәскәүҙәге ИНФОТЕХ, ВКО АВИАТЕХ һәм Томск дәүләт университеты менән берлектә эшләнгән.

Федераль грантҡа эйә булған киләһе проект лаборанттарға, клиник диагностика лабораторияларына ярҙам итәсәк. Машина күҙе микроорганизмдарҙың төрлө препараттарға һиҙгерлеген билдәләй ала. Был үҙ сиратында дауалауҙа ҡулланылған препараттарҙың организмға файҙалы йәки киреһенсә зыян килтереүен машина ярҙамында асыҡларға мөмкинлек бирәсәк.

Нейрон селтәрҙәр төрлө объекттарҙы айыра белә. Уның ярҙамында көндәлек эштәрҙе еңеләйтергә, ҡайһы бер процестарҙы автоматлаштырырға була. Беҙ әле сәнәғәт булһынмы, нефтселәр өсөнме, төрлө өлкәгә ҡаралған проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ.

Айрат Ғәләмов, «Предиктор» һәм «Futurika» йәштәр инновация ижады үҙәге етәксеһе

IT-компанияларға ярҙам итеү һәм уларҙың потенциалын нығытыу өсөн былтыр ғына өс проект, йәмғеһе 135 миллион һумға грант отҡан.

Уларҙың 9 миллионы Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан бүленде. Гранттар былтыр декабрҙә тапшырылды. Ғөмүмән, һуңғы биш йыл эсендә республикалағы IT-компанияларҙың, стартап һәм командалар үҫеше өсөн бер миллиард һумға яҡын федераль финанс йәлеп ителде.

Руслан Ситдиҡов, Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы бүлек етәксеһе

Әлеге ваҡытта республикала аккредитацияланған 225 IT-компания эшләй. Уларҙың һәр береһе быйыл да үткәреләсәк гранттар конкурсында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Әлфинә Килдейәрова