Өфөлә никах теркәүселәргә Ғаилә йылы уңайынан Башҡортостан Башлығынан бүләккә сәй сервизы тапшырылды

Был көндө никахҡа инеүселәр матур сервиздан сәй эсеп иҫләйәсәк. Өфөнөң Киров районы ЗАГС-нда никах теркәүселәргә Ғаилә йылы уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан бүләккә сәй сервизы тапшырылды. Бәхетле парҙарҙың бәхетле көнөн БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева уртаҡлашты.

Илиза менән Николай был көндө 5 йыл көткән. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөгән пар туйын 2024 йылдың 24 ғинуарында үткәрергә планлаштыра, әммә ул көнгә урын булмай. Бәхет һандарҙың ҡабатланыуында түгел тигән фекерҙә улар 26 ғинуарҙа законлы никахын теркәргә ҡарар итә. Законлы никахы менән уларҙы ата-әсәләре, туғандары, яҡындары ҡотланы. Йәш парға Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауы менән унан бүләк тә тапшырылды. Иҫтәлеккә сәй сервизы.

Башҡортостан етәксеһенән бүләк әлбиттә көтөлмәгән булды беҙҙең өсөн, Загс янындағы концерт та байрам кәйефе өҫтәй. Туйыбыҙ шундай көнгә тура килгәне өсөн шатбыҙ.

Илиза Һәм Николай Сидоровтар

Илиза - Муллахмәтовтарҙың һигеҙенсе балаһы. Иң төпсөк ҡыҙ тыуғанда ғаилә башлығы алтын юбилейын билдәләһә, бер көн элек кенә ул 70 йәшен тултырған. 23 йыл элек Ҡырымдан Башҡортостанға күсеп ҡайтҡан ғаилә бөтә балаларын да ишле- күҙле иткән. Тыуған Башҡортостаныбыҙ йәшәү һәм эшләү өсөн иң ғәзиз ер ти бәхетле пар.

Бөгөн Киров районы ЗАГС -ында бөтәһе 11 пар теркәлде. Уларҙың бөтәһенә лә Радий Хәбировтан бүләк тапшырылды.

Былтыр йыл буйына бында ике меңдән ашыу пар никахын теркәһә, ғинуар башынан был һан етмештән ашҡан.

Рәмилә Исмәғилева