Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Рәсәйгә сит ил граждандарын законһыҙ миграциялауҙы ойошторған енәйәтсел төркөм эшмәкәрлеген асыҡлап тыйған. Енәйәтселәр миграция контроле органдарына йөҙҙән ашыу сит ил гражданы менән хеҙмәт килешеүе төҙөлөүе тураһында ялған документтар тәҡдим иткән. Ысынында улар бер ниндәй ҙә эшкә йәлеп ителмәгән. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған.