Былтыр 4 миллион 800 меңгә яҡын пассажир хеҙмәтләндерелгән. Был күрһәткес 17 процентҡа артҡан. Эске йүнәлештә – 50, сит илдәргә 19 маршрут буйынса авиарейстар башҡарылған. Өфөнән Владикавказ һәм Ярославль, шулай уҡ Минск, Сәмәрҡәнд, Пхукет һәм Шарджаға осоштар асылды.