Өфөлә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы финалына сығыусылар билдәләнде

Бәйгелә Архангел, Ауырғазы, Өфө, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарынан, Өфө ҡалаһынан 14 ғаилә ҡатнашты. Баш ҡаланан “Ғаилә ижады” номинацияһында Шәһәрғазиндар, “Ғаилә кәсебе”ндә Асаиновтар, Дәүләкән районынан “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре”ндә Ғәлимовтар ғаиләһе еңеү яуланы. Еңеүселәр конкурстың республика этабында сығыш яһай.