Радий Хәбиров Ленинград ҡамауын өҙөүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Санкт-Петербург ҡалаһында Ленинград ҡамауын өҙөүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашты. Тарихи дата айҡанлы бөгөн илдең төнъяҡ баш ҡалаһында хәтер митингтары үтте. Сарала ҡатнашыусылар Пискарев мемориаль зыяратының Хәтер аллеяһына сәскә һалды. Коллонаны Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко етәкләй. Теманы киләһе видеояҙма дауам итә.

Пискарев ҡәберлеге тотош Ленинград халҡының хәтер мемориалы, ул герой ҡаланы азат иткән яугирҙарға, тыл хеҙмәткәрҙәренә, ошо дәһшәтле йылдарҙа ғүмерҙәре өҙөлгән һуғыш ҡобандарына арнала. Мемориал 1960 йылдың 9 майында асылған, ә Хәтер аллеяһы 20 йыл элек барлыҡҡа килгән. Майҙанда Ленинградты азат итеүҙә ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙарына ла таҡтаташ ҡуйылған. Герой ҡала өсөн барған һуғышта 16 мең яҡташыбыҙ һәләк була. Радий Хәбиров етәкселегендәге Республика делегацияһы бөгөн ҡаһарман яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә сәскә һалды.

Пискарев мемориалының өҫкө террасаһында ҡамау ҡорбандары һәм яу ҡаһармандары иҫтәлегенә мәңгелек ут яна. Унан «Ватан-әсә» монументына һәм хәтер аллеяһына 300 метрлыҡ үҙәк колонна һуҙыла. Ә уң яҡта ла һулда ла туғандар ҡәберлеге. 26 гектарлыҡ майҙанда Ленинградтың 420 мең кешеһе ерләнгән. Улар дошман һөжүменән, аслыҡтан, һыуыҡтан, төрлө сирҙәрҙән һәләк булған. Әммә бөгөн тарихты боҙоп күрһәтергә тырышыусылар ҙа бар, быға юл ҡуйырға ярамай, йәштәрә данлы үткәнебеҙҙе белергә тейеш, тине Радий Хәбиров. .

Аралар алыҫ булһа ла, Башҡортостанды илдең төньяҡ баш ҡалаһы менән дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика яугирҙары тарихи ҡаланы азат итеүҙә ҡатнашһа, 900 көнлөк ҡамауҙан Ладога күле аша сыға алған Ленинград халҡы Башҡортостанда икенсе өйөн таба. Һуғыш осоронда Республика ошо ҡаланан эвакуацияланған 130 мең кешене ҡабул итә. Йылы мөнәсәбәттәр бөгөн дә дауам итә.

Рәмзиә Кәримова