Людмила Солдатова Ленинград ҡалаһында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡыҙға өс йәш кенә була. Уларҙың ғаиләһенә ҡамауҙың бар михнәттәрен үҙ иңендә кисерә. Боҙ туңып Ладога күле аша йәшәү юлы асылғандан һуң ғына әсәләре өс балаһын ҡамауҙан алып сыға. Людмила Солдатова Өфөгә 1956 йылда медицина институтына инергә килә. Әммә хыялы тормошҡа ашмай. Ғүмер буйы заводта инженер-технолог булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Бала саҡ хәтирәләре онотолмай, әле лә шартлау ишетһәм тертләйем, ти Людмила Алекссевна.