Башҡортостан йәштәре финанс белем буйынса онлайн дәрестәрҙә ҡатнаша ала

Рәсәй банкы өлкән класс уҡыусылары һәм урта уҡыу йорттары студенттары өсөн осрашыуҙар ойоштора. Унда шәхси финанс план төҙөргә, киберенәйәселәрҙе асыҡларға, аҡса менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәтәләр. Аҙаҡ “Финанс белем буйынса уйындар” уҙа. Яҙғы сессия 19 апрелгә тиклем дауам итә. Финанс белем буйынса онлайн дәрестәр 2015 йылдан ойошторолоп килә. Ошо ваҡыт эсендә унда республиканан 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.