Контракт төҙөмәйенсә махсус операцияла ҡатнашыусыларға ла ветеран статусы бирелә

Был турала Владимир Путин яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыуҙа белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте 1 апрелгә тиклем ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә тейеш. Уға ярашлы, махсус хәрби операцияла контракт төҙөмәйсә ҡатнашыусыларға  хәрби бәрелештәр ветераны статусын биреү ҡарала.  Бынан тыш, үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгән яугирҙәрҙең ғаиләләренә льготаларҙы закон яғынан нығытыу бурысы ҡуйыла.