Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Рәсәй президенты грантына дәғүә итә ала

1 февралдән заявкалар ҡабул ителә башлай. 11 йүнәлеш буйынса проекттар тәҡдим итергә була. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, сәләмәтлек, фән, тәбиғәтте һаҡлау буйынса грант юлларға мөмкин. Ғаризаны 15 мартҡа тиклем тултырырға кәрәк. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы конкурста ҡатнашырға теләгән ойошмалар өсөн вебинарҙар ойоштора.