Башҡортостанда һауаны бысратыуҙы кәметеү өсөн саралар күрелә

Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә Экология көндәре уҙҙы. Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стәрлетамаҡ заводтары килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы ҡалала һауаны тикшереү буйынса автоматик систамалар урынлаштырыла. Быйыл атмосфераға сығарылған ағыулы матдәләрҙе 40 тоннаға кәметеү ҡарала. Форум барышында сәнәғәт ойошмалары вәкилдәре менән ултырыш уҙҙы. Унда тәбиғәтте һаҡлауҙа яңы алымдар ҡулланыу, зыян эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса фекер алышыу булды.