Төп ҡоралдар - авиапатруль, яңы янғын һүндереү техникаһы һәм «Урман һағы»системаһы. Былтыр урман фондының торошон күҙәтеүсе һәм ут тураһында хәбәр итеүсе видеокомплекстар системаһы яҡшы һөҙөмтә биргән.
2023 йылда Урман хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, урман янғындары менән хәл көсөргәнешле булған. 3 мең гектарҙан ашыу майҙанда 150-нән ашыу янғын теркәлгән. Урман хужалығы министрлығы менән республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тырышлығы менән янғындар ваҡытында һүндерелгән.