Өфөлә йәшәүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башлаған

Ярҙам итеү теләге менән. Өфөлә йәшәүсе Әлфир Аҡҡужин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башлаған. Бәләкәйҙән инвалид булып ҡалған егет был шөғөлгә өйрәнеү өсөн ирекмәндәрҙә оҫталыҡ дәресе үткән.

Әлфир Аҡҡужин 9 йәшендә аварияға эләгеп, сәләмәтлегенә зыян килә. Шуға ҡарамаҫтан тырыш, ярҙамсыл егет Рәсәй ислам университетын тамамлаған. Илһөйәр ирекмәндең башланғыстарын Башҡортостан батальондарының рухи остазы Хәмзә Хафизов та хуплаған. Оҫталыҡ дәрестәре тамамланғас Әлфир Аҡҡужин маскировкалау селтәрҙәрен йортонда үрә башлаясаҡ.