Ҡаҙағстанға бизнес-миссия барышында Башҡортостан Хөкүмәте етәкселеге Халыҡтар дуҫлығы йортонда булды

Мәҙәниәттәр диалогы. Ҡаҙағстанға бизнес-миссия барышында Башҡортостан Хөкүмәте етәкселеге Халыҡтар дуҫлығы йортонда булды.

Объект 2018 йылдың июлендә асылып, этномәҙәни берләшмәләр һәм Ассамблея үҫешендә ресурс, мәғлүмәти-методик үҙәккә әйләнгән. Бында республикала йәшәүсе төрлө милләттәрҙең байрамдары уҙғарыла, туған тел, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолаларҙы һаҡлау, диаспоралар араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ булдырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Әйткәндәй, «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» бизнес-форумы барышында урындағы Кәсепселәр союзы һәм «Алтын Урҙа» компанияһы «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөнө. Яҡтар берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырырға иҫәп тота