Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында тиҙ медицина ярҙамы ысулдарына өйрәнеү өсөн шарттар булдырылды

Яңы асылған симуляция кабинетында учреждение хеҙмәткәрҙәре тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәк.

Төрлө хәлдәр була. Дауаханала был йәһәттән белеме булған йыйыштырыусы ла йөрәге туҡтаған кешегә ашығыс ярҙам күрһәтеп ғүмерен ҡотҡарып ҡалған осраҡ булды. Белгестәр килеп етеп өлгөрмәүе ихтимал. Ниндәй һөнәр кешеһе булыуына ҡарамай, һәр кеше ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белһен ине.

Марат Ҡунафин, Башҡорт дәүләт медицина университетының ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире

Яңы кабинет бөтә кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған -тәү сиратта был махсус манекен. Модель кеше кәүҙәһенә оҡшатып эшләнгән. Һәр төркөмдә 5-7 кеше уҡыясаҡ. Курс бер нисә көн дауам итә, унда ҡатнашыу өсөн медицина белеме талап ителмәй.

Был кабинет асылғас мин ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү нигеҙҙәренә өйрәнергә килдем. Күп нәмәне белмәгәнмен икән. Тормошта кәрәкле, файҙалы белем.

Рита Ҡорамшина, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы хисапсыһы