Сараның тәүге көнөндә конкурсанттар өс номинацияла көс һынашты. Иртәгә үтәсәк гала-концертта еңеүселәр исеме билдәләнә. Бөрө ҡалаһы брендына әйләнгән саранан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова
“Керәшен һыуыҡтары” төбәк-ара фестиваль-конкурсы быйыл да йөҙҙән ашыу һәләтле йәштәрҙе Бөрө ҡалаһына йыйҙы. Йылдағыса конкурс өс номинацияла үтә, йырсылар, музыканттар һәм бейеүселәр баһалана. 2023 йылда фестиваль Бөрөлә уҙғарылған төп саралар исемлегенә инеп, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 500 мең һумлыҡ финанс ярҙам алды.
Сәхнәгә сығыр алдынан һәр йырсы күнекмә яһай. Айҙар Шәфиғуллин “Керәшен һыуыҡтары”нда беренсегә генә түгел. Йәрмәкәй Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре быйыл да жюри ағзаларын хайран ҡалдырмаҡсы. Конкурсҡа ул Александра Пахмутованың “Нежность” һәм “Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа” йырын әҙерләгән.
Музыкаль байрам Башҡортостанда ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә танылыу яулаған. Үткән йылдарҙа Бөрө ҡалаһының мәҙәниәт һарайында Башҡортостан, Татарстан, Саха Яҡут, Дағстан республикалары, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Мәскәү, Санкт-Петербург һам башҡа ҡалаларҙан 8 меңдән ашыу вокалист, музыкант, бейеүселәр ҡатнашҡан. Былтыр ғына конкурста 400-ҙән ашыу кеше сығыш яһаған. Фестиваль ижади коллективтарға сәхнәгә сығырға, тамашасы һөйөүен яуларға мөмкинлек бирә, ти жюри ағзалары.
Фестивалгә рух һәм дәртте Межгорье ҡалаһынан килгән халыҡ этно-рок төркөмө бүләк итте. Конкурсҡа улар бар яҡлап та ентекле әҙерләнгән - музыкаль ҡоролмаларын яңыртҡан, яңы композицияны өйрәнгән. Күләмле сарала ҡатнашҡан арала «Дәрт» төркөмө тағы бер хыялдарын тормошҡа ашырмаҡсы.
«Керәшен һыуыҡтары» - сағыу, онотолмаҫ йәшлек байрамы, йырҙар, музыка, шатлыҡлы осрашыуҙар һәм ижади илһам майҙаны. Шуға күрә лә ул йыл һайын йөҙләгән талантты бер урынға йыя ала.
Әлфинә Килдейарова