Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре Хабаровскийҙа урындағы «Амур» клубы менән икенсегә осрашты. Тәүге уйындан айырмалы был юлы юлаевсылар дәғүәселәргә уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирмәне. Иҫәпте осрашыу уртаһында Николай Кулёмин асты. Өсөнсө осорҙа ул хужалар ҡапҡаһына йәнә ике шайба индерҙе. Шулай итеп Башҡортостан командаһы 3-0 иҫәбе менән еңеү яуланы. Киләһе ике уйынын да яҡташтарыбыҙ илдең Алыҫ Көнсығышында үткәрә. 28-29 ғинуарҙа улар Владивостоктың «Адмирал»ы менән көс һынаша.