Былтыр Ауыл хужалығын күҙәтеү төбәк идаралығы баҫыуҙарҙы тикшергән. Асыҡланыуынса, өс ауыл янында 1,1 гектарҙа ҡалдыҡтар ташланған. Район хакимиәте идаралыҡ белгестәре менән берлектә үткәргән саралар ярҙамында баҫыуҙарҙа сүплектәр бөтөрөлгән һәм биләмәләр ауыл хужалығы ерҙәре әйләнешенә кире индерелгән.