“Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” ҡушымтаһында яңы алым барлыҡҡа килде. Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, идарасы компанияларҙың фатир хужаларын видеосервисҡа тоташтырыу мөмкинлеге бар. Халыҡ онлайн тәртибендә ихатала ҡар таҙартыуҙы ҡарап бара, коммуналь хеҙмәттәргә ҡамасауламаҫ өсөн автомобилен ситкә алып ҡуйырға мөмкин. Рәсәйҙә 1 миллиондан ашыу кеше видеосервис менән файҙалана. Бының өсөн махсус сайтта заявка ҡалдырырға кәрәк.