Радий Хәбиров айкью паркта эш башлаған уҡыу йорттарының аудиторияларын, лабораторияларын ҡараны, ғалимдар менән аралашты. Айкьюпарк ете башнянан торған күләмле проекттың тәүге сираты ғына, ул яҡын арала файҙаланыуға тапшырыла. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Заманса дизайн, үҙенсәлекле биҙәлеш, йәштәрсә мөхит. Студенттар кампусының айкьюпаркы тәү сиратта креатив проекты менән иғтибарҙы йәлеп итә. Әммә эш архитектура сағылышында ғына түгел, иң мөһиме объекттың йөкмәткеһе. Майҙандың һәр сантиметры заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Йәғни айкьюпаркта белем алыу, фәнни асыштар яһау өсөн тулы шарттар ҡаралған. Һәр уҡыу йорто айырым ҡатты биләй. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университеты бында «Киләсәк медицинаһы» проектын тормошҡа ашыра. Уға ярашлы мәктәп уҡыусыларын уҡыу йортона әҙерләү, студенттарҙы фәнгә йәлеп итеү кеүек бурыстар тормошҡа ашырыла.
Ете бинаны үҙ эсенә алған вуз-ара студенттар кампусын төҙөүгә 18 миллиард һум аҡса йүнәлтелә, сумманың 60 проценты - федераль ҡаҙнанан. Был Башҡортостандың фән, белем биреү, инновациялар өлкәһендәге иң күләмле проект. Ул яңы ғилми эҙләнеүҙәргә, асыштарға нигеҙ һалыр тип көтөлә. Кампуста донъя кимәлендә танылыу яулаған ғалимдар менән симпозиумдар, семнарҙар ойштороу ҙа күҙаллана.
Вуз-ара студенттар кампусы проекты буйынса 146 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. Ул “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Студенттар кампусында киләсәктә 3 меңгә яҡын студент өсөн ятаҡ төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ йәш ғалимдар, аспиранттар өсөн 500 урын күҙаллана. Йәшәү хаҡы федераль нормативтар буйынса ҡуйыла. Уҡыу йорттарының элекке ятаҡтарын да заман талаптарына яраҡлаштырыу планлаштырыла.
Айкьюпарк халыҡ-ара студенттар кампусының тәүге сираты ғына. Күләмле проект бөтәһе ете объектты үҙ эсенә ала, йәғни уҡыу аудиторияларын, лабораторияларҙы, фәнни майҙансыҡтарҙы, йәшәү урындарын үҙ эсенә алған студенттар ҡаласығы барлыҡҡа килә. Иң мөһиме кампус йыһазландырыу кимәле, шарттар буйынса донъяуи стандарттарға яуап бирә.
Рәмзиә Кәримова