Асҡындар махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтә

Ылау оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлектән, йылы ойоҡбаш, окоп шәмдәре һәм башҡа әйберҙәрҙән туплана. Ҡубыяҙ ауылында йәшәүселәр районда маскировка селтәрҙәрен тәүгеләрҙән булып үрә башлай. Бөгөн ауыл халҡы бер көс, тыл булып берләшкән. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Һеркә менән стерилизация эшләү иң тиҙ ысул. Ҡубыяҙҙар өсөн һәр минут ҡәҙерле. Яугирҙарға улар быҡтырылған ит әҙерләргә тырыша. Оҙаҡ һаҡлана торған продукцияны етештереүгә улар мәҙрәсәләге дин дәрестәренән һуң тотона. Быға тиклем ирекмәндәр һалдаттарға 300-гә яҡын банка ит ебәргән, хәҙер ошондай уҡ күләмдә сираттағы партия әҙерләй. Ит менән ауыл халҡы тәьмин итә, продукция хәләл. Ирекмәндәр банкаларҙы изге теләктәр теләп тултыра.

Заманы ниндәй - йырҙары ла шундай. Ҡубыяҙ ауылы Ағинәйҙәр ҡоро һәр эшкә йырлап тотона. Кис һайын тиерлек моңло халыҡ яугирҙарға туҡмас ҡырҡа. Берәү ҡамыр баҫа, икенсеһе йәйә, өсөнсөһө ҡырҡа - эш берҙәм, дәррәү бара.

Ә бына макскировка селтәрҙәрен Ҡубыяҙҙар районда тәүгеләрҙән булып үрә башлаған. Изге эшкә кескәйҙәр ҙә, өлкән йәштәгеләр ҙә теләп ҡушыла. Уларҙың Оҙонлоғо 7 метр, төҫөн миҙгел шарттарына ярашлы һайлана. Ауыл халҡы һалдаттар заказы буйынса окоп шәмдәрен дә эшләй . Быға тиклем 100-гә яҡын шәм оҙатҡандар .

Иҫән-һау, еңеү менән ҡайт. Балаларҙың һалдаттарға хатында төп теләк ошо. Атайға, ҡустыға, билдәһеҙ һалдатҡа - адресаттар күп.

Хәрби бәрелеш биләмәһендә хаттарҙың йөрәккә дауа булғанын белә бындағы халыҡ. Шуға ла уларҙы туҡтауһыҙ яҙа. Һалдаттарҙың тиҙерәк ҡайтыуын теләй. Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Рәзилә Ғиниәтуллина