Башҡортостанда берҙәмлек бар һәм уны береһе лә ҡаҡшата алмаясаҡ

Был турала Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, үткән аҙнала уҙған «Көслө республика-көслө Башҡортостан» митинг-концерты быны тағы бер ҡабат иҫбатланы. Берҙәмлекте күрә, аңлау һәм күрһәтә белеү мөһим. Радий Хәбиров район башлыҡтары, етәкселәргә халыҡ менән аралашырға, асыҡ булырға өндәне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бөтә республика - бер майҙанда. Өфөлә «Торатау» конгресс-холы алдында 50 мең тирәһе кеше йыйылды. Төрлө милләт вәкилдәре, дин кешеләре. Әммә уларҙың теләк-ниәттәре уртаҡ. Татыу, тыныс, берҙәм республикала йәшәү.

Баш ҡалала үткән митинг-концерт Башҡортостан халҡының ни тиклем берҙәм булыуын тағы бер ҡабат иҫбатланы. Ләкин был сифаттарҙы күрә , аңлау һәм күрһәтә белеү мөһим, тине Радий Хәбиров.

Хәбәрсе. Тәү сиратта халыҡ менән аралашыу кәрәк, тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе район башлыҡтарына йәмәғәтселек менән осрашыу, аңлатыу эштәре алып барырға ҡушты. Юғиһә, бушлыҡ ялған мәғлүмәт менән туласаҡ.

Әле көнүҙәк проблемаларҙың береһе экология мәсьәләһе. Ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу бик күптәрҙе борсой һәм улар ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Радий Хәбиров ошо аҙнала Учалы районында ла экология, ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үтәсәген белдерҙе. Шулай уҡ халыҡ менән осрашыу ҙа ҡаралған, тине төбәк башлығы. Ғөмүмән, ошо арала республика башлығының осрашыуҙар циклы башлана.

Һәм был осрашыуҙарға беҙ күргән үҫеш йүнәлешенән айырылып торған фекере булғандар ҙа саҡырылырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Берҙәм үҫеш позицияһына килер өсөн.

А.Кәбиров