Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына Азат Ғәлимханов тәғәйенләнде

Рәсәй Президентын һайлауға 45 көн ҡалғанда, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына Азат Ғәлимханов тәғәйенләнде. Һайлауға федераль ведомство вәкилдәре видеобәйләнеш аша ҡушылды. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдиме буйынса яңы рәйес вазифаға бер тауыштан һайланылды.

Азат Ғәлимханов - хоҡуҡ фәндәре кандидаты, юриспруденция өлкәһендә 15 йыллыҡ уҡытыу тәжрибәһе бар. Һайлау системаһы уға яҡшы таныш: 2005 йылда Өфө ҡалаһы Һайлау комиссияһы сәркәтибе булған. Ултырыш барышында бөгөн Владимир Путиндың Рәсәй Президентына яңы мөҙҙәткә һайланыуға кандидат булараҡ теркәлеүе хәбәр ителде. Бынан һуң, ил етәксеһе вазифаһына 4 кеше дәғүә итә. Бынан тыш, бөгөндән «Мобиль һайлаусы» системаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Уның сиктәрендә һайлау участкаһын үҙгәртергә мөмкин. Был уңайлыҡ менән һуңғы Президент һайлауҙарында республикала 130 меңдән ашыу кеше файҙаланған.

Рәсәй Президенты һайлауына 45 кенә көн ҡалды. Был бик яуаплы вазифа. Рәсәй һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссиялары ярҙамында Һайлау законға ярашлы үтер, тип ышанам. Хәҙер минең алда ойоштороу мәсьәләләре тора. Теркәлгәндән һуң, Һайлау өлкәһендә белемемде камиллаштырыу һәм киләсәккә бурыстар билдәләү маҡсатын ҡуйҙым.

Азат Ғәлимханов, Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе