5-се февралдән Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында был программала ҡатнашырға теләгән йәш белгестәрҙән рәсми документтар ҡабул ителә башлай. 2023 йылдан Республика бюджетынан дәүләт ярҙамы ярты миллиондан 750 мең һумға тиклем күтәрелгән. Бындай ярҙамды файҙаланған йәш белгестәр Эвелина һәм Павел Стог ғаиләһе янында БЮТ ижади төркөмө булды. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Павел Стог «Ашҡаҙар» яуаплылығы сикләнгән йәмғитенең ауыл хужалығы предприятиеһында мал табибы-ортопед булып эшләй. Уның ҡулында титан ҡатнашмаһы һәм карбидтан яһалған фреза. Һауын һайырҙары сатанлап, һаулығына зыян итмәһен өсөн йылына 2500 голдштин-фриз һауын һайырҙарының тояғын тәрбиәләй. « Һәр һыйырҙың тояҡтарын йылына дүрт тапҡыр педикюрлайым», тип шаярта белгес.
Эвелина Стогтың вазифаһы үтә лә яуаплы. Ул малдарҙың сәләмәтлеге һағында тора. Яңы тыуған быҙауҙар, таналар, һауын һыйырҙары өсөн яуаплылыҡ уның иңендә.
Павел Стог Молдаваияла ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Рәсәйҙең Рязань өлкәһендә хеҙмәт юлын башлай. Буласаҡ тормош иптәшен дә унда осратҡан. Йәш белгестәр Мәләүез районыда урынлашҡан юғары индустриаль фермаһы етәкселегенең үҙҙәренә эшкә саҡырыуын ҡушҡуллап ҡабул иткән. Бынан тыш, Эвелина менән Павел Стог йәш белгес булараҡ республика дәүләт программаһында ҡатнашып, 750 мең һум күләмендә матди дәртләндереү алған.
Республиканың ауыл хужалығы тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында 2009 йылдан матди дәртләндереү ҡулланыла. Башта махсус белемле белгестәргә 60 мең,, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға 100 мең һум күләмендә матди ярҙам бүленгән. Былтырҙан был сумма 750 мең һум тәшкил иткән һәм ул 35 йәшкә тиклем белгестәргә түләнә.
Павел һәм Эвелина Стог ғаиләһе матди ярҙамды торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлткән. Улар Рязань өлкәһендәге фатирҙарын һатып, эш урынынан 30 cаҡрымда урынлашҡан Салауат ҡалаһында дүрт бүлмәле фатир һатып алған.
Ауыл хужалығында эшләүсе йәш белгестәрҙе Башҡортостан етәкселеге тарафынан матди дәртләндереү программаһы республикала уңышлы эшләй. Бындай мөмкинселек менән быйыл йөҙләгән йәш белгес фаҙалана аласаҡ.
Гүзәл Борханова