Уҙған аҙнала Владимир Путин «Һөйөклө туғандар» Бөтә Рәсәй форумында Ғаилә йылына старт бирҙе

Был сарала Башҡортостандан ике династия ҡатнашты. Улар иҫәбендә йыл ғаиләһе конкурсы еңеүселәре - Өфө районы Шамонин ауылында йәшәүсе Мәхмүтовтар. Әбйәлилдә тыуып үҫкән Лилиә менән Күгәрсен егете Илнур ҡорған татыу ғаиләне беҙ быға тиклем дә күрһәткәнебеҙ бар ине. Тырыш һәм уңған парҙың йортонда БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Әбйәлилсә бишбармаҡ. Уның тәмен башҡа яҡтарҙыҡы менән бутарлыҡ түгел. Мәхмүтовтар уны бөтә ғаилә менән бешерә. Ике яҡтан да ата-әсәләре менән. Башҡортостан баҫыуҙарында тирбәлгән иген онона, йылҡы итенә, үҙ баҡсаларында үҫтергән картуфҡа күңел йылыһы ҡушып. Был- Бөтә Рәсәй ғаилә форумында ҡатнашыу өсөн презентация видеоролигы.

Мәхмүтовтар ғаиләһе Башҡортостандан Мәскәүҙә күләмле сарала ҡатнашыу өсөн һайлап алынған. Башҡорт ғаиләһе илдең баш ҡалаһында республика данын яҡлаған.

Форумда Мәхмүтовтар династияһынан өс быуын ҡатнашҡан. Бөтәһе туғыҙ кеше барып ҙур тәьҫораттар менән ҡайтҡан улар. Ғаиләлә өс бала ижади мөхиттә тәрбиәләнә.

Форумдан улар яңы маҡсаттар менән ҡайтҡан. Артабан да ғаилә конкурстарында сығыш яһау ниәттәре.

Илнур Зөфәр улы менән Лилиә Әхәт ҡыҙы икеһе юридик белемле. Хужабикә стилист һөнәрен үҙ иткән. Үҙҙәре һалған ағас йорттағы бөхтәлек, нескә зауыҡ та быны әйтеп тора. Йорт түрен һандыҡ та биҙәй. Йыһаз уларға йолаларҙы һаҡлап йәшәгәндәре өсөн

«Рәсәй» күргәҙмәһендә республика стендында бүләк ителгән. Һандыҡ эсендә ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн ҡәҙерле әйберҙәр. Таҫтамал, шәл, янсыҡ һәм шәжәрә китабы.

Ә һандыҡты тултырырға ваҡыт бар әле. Унда йола буйынса Асселгә бирнә йыйыласаҡ.

Рәмилә Исмәғилева