«Салауат Юлаев» клубы Континенталь хоккей лигаһының плей-оффына сыҡты

Яҡташтарыбыҙ Көнсығыш конференцияһынан Гагарин кубогы өсөн көрәшәсәк өсөнсө команда булды. Быға тиклем бындай хоҡуҡты «Металлург» менән «Авангард» яуланы. Әйткәндәй, бөгөн юлаевсыларҙың Алыҫ Көнсығыштағы сәфәре тамамланды. Һуңғы көндә яҡташтарыбыҙ Владивостоктың «Адмирал»ын 2:1 иҫәбе менән еңде. Шайбаларҙы дәғүәселәр ҡарҡаһына Данил Алалыкин менән Ярослав Цулыгин индерҙе. 19 йәшлек һаҡсының был Континенталь хоккей лигаһындағы тәүге голы булды. Киләһе уйынын юлаевсылар 1 февралдә үҙ боҙонда Тольяттиҙың «Лада» командаһы менән үткәрә.