Башҡорт дәүләт медицина университетының күҙ һәм пластик хирургия Бөтә Рәсәй үҙәге «Өҫтөнлөк- 2030» программаһы сиктәрендә алынған заманса ҡоролмаларға уңышлы һынаү үткәрә. Федераль проект ярҙамында, шулай уҡ айырым ике кабинет асылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә һыу буйы сират. Шуға ҡарамаҫтан, белгестәр пациенттарҙы һанаулы минуттар эсендә күҙлеккә, йә линзаға рецепт яҙып бирә. Учреждениеның тап заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыуы эште яйға һалған. Шунлыҡтан, мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп.
Ангиография функцияһы менән эшләгән оптик когерент томограф ярҙамында күреү ағзаларын диагностикалау башҡа ысулдарҙан күпкә өҫтөнөрәк. Аппарат селтәр ҡатламдарының үтә нескә һүрәттәрен биш тапҡырға теүәл алырға мөмкинлек бирә. Ә иң мөһиме - контактһыҙ һәм ауыртыуһыҙ. Быны беҙ үҙ миҫалыбыҙҙа һынап ҡараныҡ.
Ул «Өҫтөнлөк- 2030» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Яңы медицина ҡоролмалары менән бергә үҙәктә диагностика һәм консультация кабинеттары ла булдырыла. Ул пациенттарға беренсел медицинанан алып юғары технологиялы тикшереү үтергә тиклем мөмкинлек бирә.
Белгестәр һуңғы йылдарҙа күҙ ауырыуҙарының йәшәреүен билдәләй. Быны улар ковид эҙемтәләре менән бергә, гаджет һәм тотош донъяла күҙәтелгән экологик хәлгә бәйләй. Шуға ла офтальмологтар халыҡты ваҡытында тикшереү үтергә саҡыра.
Азат Ғәлиуллин