Башҡортостандың атҡаҙанған артисын хөрмәтләп иҫкә алырға яҡындары, дуҫтары, коллегалары, уҡытыусылары килде. Нәркәс Йомағужина Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған. 2006 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас та, Салауат ҡалаһы театрында эш башлай. Үҙенә генә хас актерлыҡ оҫталығы менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙана, тамашасылар һөйөүен яулай. Театр һәм кино сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө ике тапҡыр «Йыл актеры» исеме менән баһалана. Хәтер кисәһендә Нәркәс Йомағужина башҡарған спектаклдәренән, телевидениеға биргән интервьюларынан өҙөктәр күрһәтелде.