Башҡортостан тышҡы сауҙа әйләнешенең дүрттән бер өлөшө Ҡытайға тура килә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр компаниялар араһында 19 килешеүгә ҡул ҡуйылды. 2022 йылда тауар әйләнеше 1,2 миллиард доллар булған. Башҡортостан Ҡаҙағстан, Төркиә, Беларусь, Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Иран һәм Латвия менән дә йәнле сауҙа алып бара. Беҙҙең республика йәмғеһе 110 ил менән хеҙмәттәшлек итә.