Бал ҡорттарын химик препараттарҙан һаҡлау буйынса закон проекты әҙерләнде

Ул парламентта беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, химикат ҡулланырға тейешле урындан ете километрға тиклем алыҫлыҡта йәшәүсе халыҡ һәм умартасылар кәмендә биш көн алдан иҫкәртелергә тейеш була. - Бал продукцияһы төрлө өлкәлә ҡулланыла. Бал ҡорттары үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә  мөһим роль уйнай, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә,экологик именлеккә йоғонто яһай, тип  белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев.