Мортаза Рәхимовҡа бағышланған күргәҙмә асыла

Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған күргәҙмә асыла. Экспозицияла архив документтар, шәхси әйберҙәр була, Мортаза Рәхимовтың эш кабинеты интерьеры күрһәтелә. Күргәҙмә 7 февралдә Башҡортостан милли музейында асыла. Мортаза Рәхимов уҙған йылдың ғинуарында вафат булды.