Бында эштәр барышын Радий Хәбиров ҡараны. Республика Башлығы белдереүенсә, спорт объектында курсанттар ғына түгел, эргәләге ауыл халҡы ла шөғөлләнергә тейеш. Комплекста көрәш, күнекмә уҙғарыу залдары була. Киләсәктә тир, пилотһыҙ авиация үҙәген, бассейн төҙөү планлаштырыла. - Был залдар эшләргә, кешеләр физкультура һәм спорт менән шөғөлләнергә тейеш, - тине Республика Башлығы.