Тольяттиҙа боҙҙа мотоуҙышыу буйынса Суперлигала өсөнсө һәм дүртенсе этап ярыштары үтте. Тәүге көндә Ғабрахманов Ҡадыров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге вәкилдәре – беренсе, икенсе көндә икенсе урын алды. Дөйөм турнир теҙмәһендә Өфө мотоуҙышсылары 15 мәрәй менән икенсе урында. Беренселә Тольяттиҙан “Мега-Лада” клубы урынлашҡан. Боҙҙа мотоуҙышыу буйынса бишенсе һәм алтынсы этаптар киләһе аҙнала Өфөлә уҙа.